Название: Ынйы бөртөктәре. Башҡорт афоризмдары китабы / Жемчужины слова. Книга башкирских афоризмов
Автор: Группа авторов
Издательство: издательство «Китап»
Жанр: Мифы. Легенды. Эпос
isbn: 978-5-295-05762-5
isbn: 2017
Был йыйынтыҡ боронғо һәм хәҙерге заман башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәренән, халыҡ йырҙарынан, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан, сәсәндәр ижадынан алынған Башҡортостан, башҡорттар, баш ҡалабыҙ Өфө, ил азатлығы, тыныслыҡ, милләт яҙмышы, туған телде һаҡлау, донъя, йәшәйеш, тәбиғәт, ғилем-һөнәр һ. б. тураһындағы афоризмдарҙан, тәрән мәғәнәле фекерҙәрҙән төҙөлдө. Төйәгебеҙҙең ғорурлығы – Урал тауы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ағиҙел йылғаһы, ҡурайға ла киң урын бирелде, мөхәббәт, ғаилә, әҙәп-әхлаҡ темалары ла ситләтеп үтелмәне. Китапҡа шулай уҡ башҡорттарҙың тормошон өйрәнгән рус һәм сит ил эшмәкәрҙәренең дә фекерҙәре индерелде.